Элекке мәктәп уҡытыусыһы Бежу Равеендран бер нисә көн эсендә Һиндостандың миллиардерына әйләнгән. Ул онлайн-уҡытыу ҡушымтаһы булдырған.
37 йәшлек Равеендран Һиндостанда арзан интернет-тоташтырыу сифатының кинәт үҫеүен һәм арзан смартфондарҙың күпләп таралыуын файҙаланған. Ул булдырған Think & Learn ҡушымтаһы ҡапыл ғына популярлыҡ яулай, уның менән ҡулланыусылар һаны 35 миллионға етә.
Бынан тыш, Равеендран ойошмаһы Америка компанияһы менән хеҙмәттәшлек итергә килешкән. Ул булдырған яңы ҡушымта дәрестәрендә Дисней мультфильмдарындағы билдәле персонаждар ҡатнаша. Балалар билдәле йәнһүрәт геройҙары менән бергәләп инглиз теле йәиһә математика менән шөғөлләнә ала.
Ҡасандыр ябай ауыл малайы булған, атай-әсәһе — уҡытыусылар. Мәктәптәге уҡыуы маҡтанырлыҡ түгел, футбол уйнап йыш дәрес ҡалдырған Равеендран. Шулай ҙа ул уҡыуҙан бер ваҡытта ла айырылмаған, көндәр буйы китап тотоп ултырған саҡтары булған. Һәм.. Бына шуның беренсе емештәре.
Мәктәпте тамамлағас, инженер булып китә, дуҫтарына, таныштарына вуздарға инергә ярҙам итә, күп тә үтмәй, Һиндостанда билдәле репетиторға әүерелә.