Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
1 Августа 2019, 15:00

Августың аномаль һыуыҡ булыуы көтөлә

Августың аномаль һыуыҡ булыуы көтөлә

Оҙайлы һау торошо Гидрометүҙәге етәксеһе Владимир Тищенкога таянып, "Рәсәй" гәзите Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә августың аномаль һыуыҡ булыуы тураһында яҙа. Шулай, ай башында Үҙәк федераль округта, Төнъяҡ-Көнбайыш округта һәм Көньяҡ округта температураның норманан түбән булыуы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең Европа территорияһының көньяғында аномаль һыуыҡтар күҙәтелмәй. Синоптиктар тағы август айында яуым-төшөмдөң күләме әҙ буласағын билдәләй.

Әммә Ямало-Ненец һәм Ханты-Мансий автономиялы округтарының көнсығыш, Себер, Байкал аръяғы крайҙары, Бурят һәм Приморье территорияларында һауа торошо ғәҙәттәгенән йылыраҡ буласаҡ.

Ҡырымда һәм Краснодар крайының ҡара диңгеҙ буйында августың эҫе булыуын фаразлай синоптиктар. Һауа температураһы унда 32 градусҡа тиклем етәсәк.
Читайте нас