Шоңҡар
+24 °С
Облачно
Новости
31 Июля 2019, 19:32

Башҡортостан йәштәре ике миллион һум грант отҡан

Башҡортостан йәштәре ике миллион һум грант отҡан #Шоңҡаржурналы #Башҡортостан #йәштәр

Быйыл етенсе тапҡыр Һамар өлкәһендә үткәрелгән «ИВолга» форумында республика йәштәренең һигеҙ проекты юғары баһаға лайыҡ булды.
Башҡортотсандан «ИВолга» форумында барлығы 115 кешегә ҡатнашыу форсаты тейә. Йәштәрҙең күпселеге үҙ проекттары менән сығыш яһай. Уларҙың араһында Анастасия Конобоева «Тыуған яҡты өйрәнеү оҫтаханаһы» проектына 550 мең һум грант менән бүләкләнә.
Форумдың һуңғы көнөндә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән бер усаҡ артында һөйләшеү ойошторолдо. Уның башланғысы менән үткәрелгән «Театраль Волга буйы» фестивале ҡатнашыусыларға айырыуса оҡшаны. Был сарала көн һайын төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар театрлаштырылған тамаша күрһәтте.
Читайте нас