Һуңғы ваҡытта бындай хайуанлыҡтар йышайып китте. Кешеләрҙә уҫаллыҡ арттымы, әллә ундай хәлдәр элек тә булған, әммә уларҙы фотокамераға эләктереп тороусыһы булмағанмы? Яңыраҡ ҡына Өфөлә йәш егеттең этте типкеләгәнен видеоға төшөрөп һалдылар, уны хөкөм итеп тә ҡуйҙылар, хәйер. Ағиҙел буйында кәзәне язалаған әфәнденең дә даны бер көндә интернетҡа таралды, илле тәңкәлек чипсы өсөн бер ғәйепһеҙ малды осора тип сәле! Ул ирҙең һыуҙан сығып йүгереп килгәнен күрһәгеҙ, шул ваҡытта юлындағы бар нәмәне осора һуғырға әҙер ине ул.
Этте туҡмаған Өфө егете йорт хайуандары приютында эшләй булып сыҡты. Был хәлдән һуң йәмәғәтселектә ғауға ҡупты: шунда уҡ шаһиттар егет хаҡында кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп тапты, уны телевидениенан күрһәттеләр, гәзиттәр яҙҙы, блогерҙар ҙа ситтә ҡалманы. Халыҡ тарафынан уға "аҡылдан яҙған" тигән мөһөр ҙә тағылып ҡуйҙы. Видеояҙманан күренеүенсә, бахыр хайуан беренсегә туҡмалмай, хужаһынан ҡурҡып бөткән, ергә һырығып саҡ атлап бара. Йәш егет өфөләрҙән ғәфү үтенде лә, тик һуң инде... Уға енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы ҡарай башлағандар.