Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Новости
1 Августа 2019, 06:47

Милли проекттар — эсәр һыуыбыҙҙың сифатына иғтибар

Милли проекттар — эсәр һыуыбыҙҙың сифатына иғтибар

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республика халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында амбициоз пландарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк. Әлеге маҡсаттарға проект сиктәрендә 2021 йылға тиклем 1,169 миллиард һум, шул иҫәптән 2019 йылда 140,7 һум аҡса бүлеү ҡаралған.


Төбәк проектында республикалағы барлыҡ ҡала-ауылдарҙа халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү йүнәлешендә байтаҡ саралар билдәләнде. 30-ға яҡын ҡала һәм районда һыу сифатын норматив талаптарға еткереүсе объектар төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла. Һөҙөмтәләре: 2024 йылға таҙа һыу менән тәьмин итеү дәрәжәһе 99 процентҡа етергә тейеш.

Һыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса эштәр ярайһы уҡ күп башҡарыла, республика парламенты "Эсәр һыу тураһындағы" законына үҙгәрештәр индерҙе. Уға Радий Фәрит улы ҡул ҡуйҙы. Әлеге үҙгәрештәр һыу сифатына контролде көсәйтеү менән бәйле.
Читайте нас