Шоңҡар
+29 °С
Ясно
Новости
1 Августа 2019, 13:43

"Миловка паркы"ның алданған өлөшсөләре фатир ала башланы

"Миловка паркы"ның алданған өлөшсөләре фатир ала башланы

Ниһайәт, "Миловка паркы" өлөшсөләре фатир ала башланы. Кисә генә 202 ғаиләгә фатир асҡысы тапшырылған.

Республика етәксеһе алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур иғтибар бүлә, ул республикаға ҡайтыу менән мутлашыусы ойошмалар менән көрәшә башланы. Проблемалы төҙөлөштәрҙе тамамлау буйынса даталар ҙа билдәләнгән.

Торлаҡ комплексының проекты 200 миллион һумға барып баҫа, уға Торлаҡ төҙөү фонды 55 миллион бүлгән, ә ҡалған сумманы "КилСтройИнвест" ҡаплаған.
Читайте нас