Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Новости
1 Августа 2019, 09:30

Мостай Кәримдең әҫәре буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” фильмын Disney прокатҡа тапшырасаҡ

Мостай Кәримдең әҫәре буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” фильмын Disney прокатҡа тапшырасаҡ

Донъялағы иң ҙур кинокомпанияларҙың береһе Disney “Һеңлекәш” (“Сестренка”) фильмының прокаты менән шөғөлләнәсәк. Премьераның датаһы билдәләнгән — быйылғы йылдың 19 сентябре. Был хаҡта халыҡ шағирының исемен йөрөткән Фонд хәбәр итә.

Һуғыш драмаһы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының грантына төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе ете йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин һәм бәләкәй йондоҙ Марта Тимофеев уйнаған. Режиссеры – танылған кино сәнғәте эшмәкәре Александр Галибин, операторы – Михаил Агранович. Фильмды баш ҡаланан 180 километр алыҫлыҡта ятҡан Яңы Хәсән ауылында төшөргәндәр. Проектҡа 40-се йылдарҙағы йорттар төҙөлгән, музейҙарҙан әллә күпме декорация алынған.
"Һеңлекәш"те башҡорт, рус һәм украин телдәрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Әлегә уны Санкт-Петербургта “Виват” халыҡ-ара кино фестивалендә, Магаданда, Ялтала, Туапсела үткән сараларҙа, бәйгеләрҙә күрһәтеп өлгөргәндәр.

Читайте нас