"Башҡортостан журналдары” нәшриәт йортоноң директоры урынбаҫары, “Шоңҡар”ҙың элекке хеҙмәткәре һәм тоғро дуҫы Илшат Булат улы Зариповты “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исемен алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Илшат Булат улы 20 йылға яҡын “Шоңҡар”ға тоғро хеҙмәт итте, үҙен талантлы журналист итеп күрһәтте, журналды яңы үрҙәргә әйҙәне. Тап Илшат Булат улылай журналистар булғанда баҫмабыҙ матбуғат күгендә ныҡлы ҡанат ҡаға. Уға яңы ҡаҙанышының мәнфәғәтен күреп, оҙон ғүмер кисереүен, ғаиләһенең һау һәм бәхетле булыуын теләйбеҙ! Яңы ижади үрҙәр!