Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
2 Августа 2019, 06:53

«Ауыл уҡытыусыһы» грантының артыуы ихтимал

Башҡортостан етәксеһе иғлан иткән "Ауыл уҡытыусыһы" конкурсына 196 ғариза килгән. #нацпроекты

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдан "Ауыл уҡытыусыһы" программаһын булдырырға тәҡдим иткәйне. Бер миллион һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ауылдарға һәм кесе ҡалаларға эшкә барыусы педагогтар ала аласаҡ. Әлеге ваҡытт ғаризалар ҡабул ителә башлаған.

Шулай уҡ Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың 600 мең һумлыҡ "Ауыл уҡытыусыһы" грантына 196 ғариза килгән. Кисә мәғариф сәғәтендә республика етәксеһе талап ителгән осраҡта конкурстың дөйөм фондын арттырыу мөмкинлеге лә бар тип белдерҙе.
Читайте нас