Рәсәй сифат системаһының (Роскачество) цифрлы экспертиза үҙәге белгестәре быны кәңәш итә. Хакерҙарҙан һаҡланыуҙың бер уңышлы алымы ул.
Алым ябай. Ни бары смартфондың камераһын ҡаплап ҡуйырға кәрәк, сөнки һеҙҙең ҡулдан төшөрмәй алып йөрөгән телефонығыҙ һеҙҙең хаҡта мәғлүмәт йыя һәм "кәрәкле урынға" ебәреп тора. Хәйер, был мәғлүмәт күптән билдәле инде, әммә ҡат-ҡат иҫкәртеү ҙә яҡшыға.
Тағы ла мутлашыусыларҙан һаҡланыу... Донъя банктарынан миллиондарҙы "һә" тигәнсе урлағанды, бәләкәй мобиль банктан аҡса урлауы ҡыйын булмаҫ. Белгестәр бушты һөйләмәҫ, уларҙы тыңлайыҡ.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар.