Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
2 Августа 2019, 11:53
Беренсе сентябрҙән биш көнлөк уҡыуға: Башҡортостанды ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Беренсе сентябрҙән биш көнлөк уҡыуға: Башҡортостанды ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Кисә «Мәғариф сәғәте»ндә Радий Хәбиров һәм мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин республикала уҡыу йылының нисек башланасағын һөйләне. Иң мөһимдәре:
Республиканың барлыҡ мәктәптәре аҙнаһына 5 көн уҡый. Уҡытыусыларҙың эш хаҡы тулы күләмдә һаҡлана. Ял көндәрендә балаларға секцияларға, музейҙарға, түңәрәктәргә, походтарға һ.б. йөрөргә тәҡдим итәләр. Ләкин теләк буйынса, ә исем өсөн түгел;
1 сентябргә 9 яңы мәктәп асыла + планлаштырылған 21 мәктәптең 10-һын төҙөү тамамлана;
111 мәғариф объектына ремонт үткәрелгән. Быйыл мәктәптәрҙе ремонтлау өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгәндәр.
1 сентябргә бөтә мәктәптәрҙең биләмәләрен төҙөкләндерәләр, яҡтыртҡыстар ҡуялар;
Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә йылы бәҙрәфтәр була.
Эйе-эйе, республикала 594 мәктәптә бәҙрәфтәр тышта урынлашҡан булған. Улар бюджетҡа 160 миллион һумға төшкән.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда уҡытыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре етешмәй. 1578 кеше.
Биш көнлөк уҡыу буйынса яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның тос ҡына фекерен яҙғайныҡ, ошо һылтанма буйынса:
https://shonkar.rbsmi.ru/news/i-m-ime-t-rbi-/?sphrase_id=704874
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"