Яҙ айҙарында "Рамаҙан айында бүләк биреү - сөннәттер" акцияһы үткәреп алғайныҡ. Унда теләгән һәр кем туғанына, яҡындарына йә теләгән башҡа кешегә журналыбыҙға яҙылыу бүләк иткәйне. Акция 10-15 көн генә барһа ла, халыҡ ихлас ҡабул итте. Бына журналдар ауылдарға барып етте, төрлө яҡтан рәхмәт һүҙҙәре килә башланы.
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан тиҫтәләгән бала тәрбиәләүсе Азамат һәм Фәниә Ҡарабаевтар яҙып ебәргән:
"Шоңҡар журналы килде, уҡып бөттөк, бик матур сыға икән, уҡырға материалдары бик күп. Күптән яҙҙырғаныбыҙ юҡ, китапхананан алып уҡып торҙоҡ, хәҙер алдыра башларға ниәтебеҙ бар, Алла бирһә. Һеҙгә ҙуур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар, гел шулай изге күңелле, әүҙем булып ҡалығыҙ! Беҙҙе ҡыуандырғанға күрә, Хоҙай үҙегеҙҙе йөҙләтә ҡыуандырһын!"
Амин-амин, хуш килһен әйткән теләктәрегеҙ!
Тағы ла бына Учалы районына Гөлнара Йортаманова исемле апай яҙа:
"Шоңҡар"ҙы бөтә ауыл менан уҡыйбыҙ, бик матур, ҡыҙыҡлы мәҡәләләргә бик бай, уҡып туйғыһыҙ журнал. Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!"
Шундай дуҫтарыбыҙ булғанда беҙ ҡыуанып эшләрбеҙ! "Шоңҡар" менән бергә булығыҙ!