31 июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Трамп менән телефон аша һөйләште. Һүҙ, әлбиттә, Себер янғындары хаҡында ла булды. Ни ғәләмәттәндер, Америка башлығы беҙгә ярҙам итергә булып киткән, ул Путинға утты һүндереүҙә ярҙам тәҡдим итте. Рәсәй етәксеһе был мәрхәмәтлекте кәрәк саҡта ҡабул итәсәген белдерҙе.
Әлеге ваҡытта Себерҙә хәлдәр ҡырҡыу тора, ярай әле, ямғырҙар яуа башланы. Әлбиттә, ил етәкселегенең янғынды тиҙ генә һүндерергә ашыҡмауы аптыратты. Кисә генә хәрбиҙәрҙең ярҙамға ебәрелеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Йәмғеһе, 2 миллион 700 мең гектар Себер урмандары янып бөткән. Янғындар дауам итһә, Дональд ағайҙан ярҙам һорамай булмай... Владимир Путин (#ВладимирПутин) Американың бындай ярҙам тәҡдим итеүе хеҙмәттәшлекте яҡшыртырға теләүҙәре хаҡында һөйләй тип белдерҙе.