Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Новости
2 Августа 2019, 07:41

WhatsApp-тағы хәбәр буш булып сыҡты

Кисә генә WhatsApp-тан хәбәр таралды, "Өфөлә крандан һыу эсергә ярамай!" тигән. Был хәбәр ысын түгел. Ғөмүмән, селтәрҙә ялған мәғлүмәттәр күп килеп эләгә, һәр береһенә иғтибар бирә башлаһаң...

Благовещен районында Иҙәк йылғаһы бик насар хәлдә, унда балыҡтар ҡырылған, тикшереүҙәр алып барыла. Башҡортостан етәксеһе унда Йәмәғәт Палатаһы вәкилдәрен йүнәлтте, урындағы "Полиэф" химия сәнәғәте ойошмаһын ғәйепләйҙәр. Әлбиттә, Иҙәк йылғаһы Ағиҙелгә ҡоя, әммә уның Өфөләге һыуға йоғонтоһо юҡ. Был хаҡта баш ҡала водоканалы иҫкәртә.
Читайте нас