Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
3 Августа 2019, 17:28

Мәскәүҙән әүҙем йәштәр Себер урмандарын тергеҙергә тотонған

Мәскәүҙән әүҙем йәштәр Себер урмандарын тергеҙергә тотонған

Мәскәүҙән бер төркөм әүҙем йәштәр Себер урмандарын тергеҙергә тотонған.
«Бөтәһе лә интернетта яу һалғансы, Себер урмандарына килеп бер төп булһа ла ағас ултыртһалар ине, — тип яҙған ҡыйыу ҡыҙ Таисия Заботина. — Һәр кем берәр төп ултыртһа, урман тиҙ арала үҫеп сығасаҡ. Кемдең ҡыйыулығы етә, яралы хайуандарға беренсе ярҙам күрһәтә ала...»

Әлеге ваҡытта "Себер" авиокомпанияһы ағас ултыртыуға аҡса йыя башлаған. Әүҙем йәштәр ил халҡын ярҙамға ҡушылырға саҡыра, улар урындағы урмансыларҙан һәм егерҙәрҙән мәғлүмәт туплай.
Янғындар арҡаһында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш урмандары 5 тапҡырға кәмегән. Янғын һүндереүселәр Яҡут республикаһындағы, Иркутск һәм Красноярск крайҙарындағы 19 ут сығанағын һүндергән. Әле тағы ла 388 бар.
Читайте нас