Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Новости
3 Августа 2019, 10:42

Рәсәй төбәктәре араһында республикала бензин хаҡы иң түбәне

Рәсәй төбәктәре араһында республикала бензин хаҡы иң түбәне

Башҡортостанда нефть продукттарының хаҡы Рәсәйҙәгегә ҡарағанда түбәнерәк, тип белдерҙеләр Башстатта, аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә һылтанып.
Әле Рәсәйҙә автомобиль хужаларына 92-се бензиндың бер литры уртаса 42,22 һумға, 95-се — 45,62 һумға, 98-се — 51,23 һумға, дизель яғыулығы 46,14 һумға төшә.
Башҡортостанда АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензинға хаҡ, 22 июль менән сағыштырғанда, 0,1 процентҡа артҡан. Төбәктә уртаса хаҡ — 41,89 һәм 44,82 һум.
98-се бензин ошо ваҡытта 0,2 процентҡа ҡиммәтләнгән. Башҡортостанда уның уртаса хаҡы 49,84 һум тәшкил итә.
Дизель яғыулығының хаҡы аҙна эсендә элекке кимәлдә ҡалған – бер литры уртаса 45,44 һум тора.
Читайте нас