Ҡыҙҙарҙың ҡулына сәс резинкаһын тағып йөрөүе ғәҙәткә ингән. Уңайлы бит, кәрәк саҡта сәсте йыяһың да алаһың. Әммә ул бик ҡурҡыныс икән.
Лиза исемле ҡатындың толомдары ҡуйы, оҙон була, тиҫтә йылдар буйы сәс резинкаһын ҡулында йөрөтә. 30 йыл тирәһе дауам итә ул, әммә бер ваҡыт ҡулы һыҙларға тотона. 47 йәшлек Колумбия ҡатынының нервылары ҡыҫылған булып сыға, ҡурҡыныс неврологик ауырыуға дусар була. Уның ҡулы шешә башлай, сөнки ҡан әйләнеше боҙолған.
Әлбиттә, шулай булыр тип Лизаның башына ла килмәй. Ябай ғәҙәт бер көн килеп уны ауырыуға һабыштырған. Һеҙ ҙә, дуҫтар, һаҡ булығыҙ.