Мин – йәй ҡыҙы. Һуңғы еләк булып
Тамғанмын мин әсәм усына.
Инде үҙем ҡорған ныҡ ояла
Инде үҙем йәшлек матурлығын
Сабыйҙарға бүлеп таратам.
Барыһына тигеҙ өләшәм мин.
Хәҙер инде яйлап, көҙгә инәм,
Шау биҙәкле йәйҙә тыуһам да.
Көҙҙөң әсе еле тәҙрә ҡаға,
Ишектәрҙе бикләп, ҡыуһам да.
Хәҙер инде һылыу йәшлегемде
Уландарым ашығып ҡабатлай.
Тыуған кеүек ҡабат- ҡабат ай.
Йәшлек төҫөм – балаларым барҙа
Был күңелем ниңә бәҫәрһен?
Көҙөм мине көтөп, көтөк булыр,
Ә мин һаман йәйҙә йәшәрмен.