Сорғотта патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәре, 25 йәшлек Башҡортостан егете Илмир Ханов менән хушлаштылар. Ул хеҙмәттәшен ҡотҡарам тип һәләк булған.
1 августа полиция хеҙмәткәрҙәре И. Ханов менән А. Царегородцев саҡырыу буйынса килгән урында ҡанға туҙған бер иргә тап була. Улар шунда уҡ беренсе медицина ярҙам күрһәтергә тотона. Теге әҙәм аҡтығы көтмәгәндә егеттәргә ҡаршы бысаҡ менән ташлана: ул иң тәүҙә Царегородцевты йәрәхәтләй, Илмир иптәш егетен ҡаплап, енәйәтсенең ҡаршыһына килеп баҫа. Тик ҡоралын алып өлгөрмәй, башҡорт егете шунда уҡ яҡты донъя менән хушлаша. Александр Царегородцев, яраланыуына ҡарамаҫтан, енәйәтсегә ҡаршы табель ҡоралын ҡулланырға үҙендә көс таба.
А. Царегородцев әле дауаханала. Полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткән енәйәтсе үҙе лә вафат була.
Башҡорт егетенең кәүҙәһе тыуған еренә оҙатылған. Илмир Дүртөйлө районының Семилетка ауылында тыуған. Сорғотҡа яңыраҡ килгән булған.