Хорватияның баш ҡалаһы Загребта һуғыш сәнғәте буйынса Беренсе Европа студенттар Чемпионаты үтте. Унда кикбоксинг төрөнә лә айырым иғтибар бүленде. Кикбоксинг буйынса ярышҡа Европаның барлыҡ төбәктәренән иң шәп спортсылар йыйылды. Еңеүселәр рәтендә Башҡортостан студенттары ла бар.
Өфө дәүләт авиация техник университетынан Тимур Ғатин беренсе урын яулаһа, Өфө дәүләт нефть техник университетынан Юнир Әхмәтйәнов өсөнсө урын алды. Афарин!
Әйткәндәй, был ярышҡа хеҙмәттәшебеҙ Инсаф Хужабиргәнов та үткәйне, ул февралдә Омскиҙа уҙған кикбоксинг буйынса Рәсәй студенттары чемпионатында икенсе урын яуланы.