Эштәр сифатһыҙ башҡарылһа, подрядсы ойошма үҙ иҫәбенә асфальт ҡатламын яңыртырға тейеш буласаҡ. Башҡортостанда милли проект буйынса 351 километр арауыҡтағы юл төҙөкләндереләсәк. 6 саҡырымға яҡын яңы трасса төҙөлә. Асфальт яңыртыуҙан тыш яҡтыртыу ҡорамалдары , билдәләр , туҡталыштар урынлаштырыу ҙа шарт.