Шоңҡар
+31 °С
Ясно
Новости
7 Августа 2019, 06:30

Бер миллион һум – олимпиада еңеүселәренә

Бер миллион һум – олимпиада еңеүселәренә #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңгән уҡыусыларға 1 миллион һум аҡса менән дәртләндерергә тигән тәҡдим индерҙе.
“Был ҡарар быйылғы йылдан ғәмәлгә инәсәк, аҡсалата бүләкләүҙәр уҡыусыларға ғына түгел, уларҙың уҡытыусыларына, тренерҙарына ла буласаҡ. Был хаҡта Владимир Путин “Талант һәм уңыш” фондының ултырышында белдерҙе. Көмөш миҙал өсөн – 500 мең һум, бронза – 400 мең һум. Путин “Сириус” мәктәбен маҡтаны, уларҙың уҡыусылары илебеҙ яулаған 38 миҙалдың 33-өн яулаған.
Шулай уҡ ил етәксеһе 2020 йылдан студенттар өсөн грант программаһын киңәйтергә теләүен белдерҙе.

“Сириус”та 4,3 мең педагог уҡып сыҡҡан. Путин уларға тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләне.

#ВладимирПутин
Читайте нас