Өфөлә сектант ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәкселәр. Ғәҙәттә, закон әсәйҙәрҙе яҡлаһа, әммә был осраҡта түгел. Элина Сомова балаларын туҡмауҙа, йәберләүҙә ғәйепләнә, уға ете йылдан ашыу төрмә янай.
Ғаилә бәхетле, тыныс йәшәп ятҡанда әсәнең аңлайышһыҙ ҡылыҡтары килеп сыға башлай, баҡтиһәң, ул сәйер йәмғиәткә, ниндәйҙер сектанттар йәмғиәтенә ҡушылып киткән. Элина балаларын тик торғанда язалай башлай, таңғы алтыла уятып нимәлер ятлатырға тотона. Сабыйҙар саҡ ҡын ауырыһа ла һөлөк менән дауалаған. Был хәлдәр биш йыл буйы дауам иткән. Улар хаҡында атай кеше һөйләп биргән. Балаларҙың йоҡоһо боҙолдо, һәр ваҡыт ҡурҡалар, тип хәбәр иткән ул судҡа.
Вash.news хәбәр итеүенсә, ҡатын «Радастея» сектанттар төркөмө ҡорбаны булған.
Элина Сомованың әсәһе ҡыҙын яҡлап сығыш яһай. Әлегә суд ҡарар ҡылмаған, тикшереүҙәр дауам итә.