Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
7 Августа 2019, 12:05

Йәнә тағы бер урында үле балыҡтар тапҡандар

Яңыраҡ ҡына Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһы бысрап, унда үле балыҡтар йылға буйлап бер саҡырымға ҡәҙәр һуҙылғайны, мәсьәләне хәл иттеләр ҙә. Әле Архангел районындағы Талбазы күленән үле балыҡтар тапҡандар.

Кисәге көн халыҡ Талбазы ауылындағы быуала ғәҙәти булмаған күренешкә тап була. Улар һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан үле балыҡтарға юлыға.
Шунда уҡ ваҡиға урынына янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 14-се отряд хеҙмәткәрҙәре килә. Улар ғәҙәттән тыш хәлде етди контролгә ала. Әлеге ваҡытта яр буйында һыуҙың сифатын тикшереү өсөн күсмә лаборатория һәм үлгән балыҡтарҙы тикшереүсе ветеринар станция белгестәре лә эшләй. Осраҡ сәбәптәрен асыҡлау буйынса районда махсус комиссия төҙөлгән.
Һуңғы айҙа был Башҡортостанда балыҡтарҙың күпләп ҡырылған икенсе осрағы. Июль аҙағында ошондай уҡ хәл Благовещен районында теркәлгәйне. Иҙәк йылғаһы буйында үле балыҡтар бер километр ергә ҡәҙәр һуҙылған. Унда Радий Фәрит улы тарафынан тикшереүселәр ебәрелде. Улар ике көн эсендә Иҙәк йылғаһынан тонна ярым самаһы үлгән балыҡ йыйып алды. Ауырғазы районында балыҡтарҙың алты төрө һәләк булған. Улар араһында күпсепәген алабуға тәшкил итә. Хатта бер нисә суртан балығы ла осраған.
Читайте нас