Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
8 Августа 2019, 08:49

Ниңә икән ҡыш булмайса, йәй генә булып тормай.

Эхх... Йәй ҙә үтеп бара. Ниңә икән ҡыш булмайса, Йәй генә булып тормай. Миңлегөл Хисмәтуллина

ЙӘЙ

Ерҙә ысыҡ ялт-йолт килә,

Хәс тә көмөш һибелгән.

Алмағас алмалар элеп,

Башҡайын түбән эйгән.

Сәскәләр ысыҡ эсәләр,

Хуш еҫтәрен бөркөтөп.

Бал ҡорттары һут эсәләр

Осоп килеп бер көтөү.

Их, йәйҙең матур саҡтары,

Һис уйнап туйып булмай.

Ниңә икән ҡыш булмайса,

Йәй генә булып тормай.


Миңлегөл Хисмәтуллина
Читайте нас