Республика етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреү тәҡдимен еткергәйне. Был, тәү сиратта, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен киңерәк ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Баҡалыла ла район советы ултырышы башҡортса алып барылды. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлсинә Закирова ошо турала хәбәр итте.