Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
8 Августа 2019, 12:48

Ҡуштауҙы «Торатау» геопаркына индерергә тәҡдим ителде

Ҡуштауҙы «Торатау» геопаркына индерергә тәҡдим иттеләр

РФ Президентының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Советы вәкилдәре Башҡортостан Хөкүмәтенә Ҡуштауҙы «Торатау» геопаркына индерергә тәҡдим итте.
Белгестәр сода етештереү өсөн Пугачев, Юлдаш, Әлмөхәмәт һәм Худолаз сығанаҡтарын тикшереп ҡарарға тәҡдим итә. Һуңғыһы Сибай янында урынлашҡан һәм ул эшкәртелә башлаған, етмәһә, тимер юлы ла эргәһенән үтә. Әммә «Сода» ойошмаһы етәкселәре быға риза түгел, улар был урындың ойошманан алыҫ урынлашыуына һәм шул сәбәпле тауарҙың хаҡы күтәреләсәгенә һылтана.
Совет ағзалары хөкүмәткә “Башҡорт шихандары” исеме аҫтындағы милли парк булдырыу тәҡдиме менән дә сыҡҡан. Уларҙың һүҙҙәренсә, был осраҡта ғына Ҡуштауҙы һаҡлап ҡалырға мөмкин буласаҡ.

Читайте нас