Йәнә Украина башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путинға шылтыратырға булып китте. Был һуңғы ай эсендә икенсе һөйләшеү.
Һүҙ тағы ла шул Донбастағы хәлдәр тураһында барҙы. Унда дүрт Украина хәрбиһе һәләк булған. Зеленский Путиндан һалдаттарҙы ҡырыуҙы туҡтатыуын һораған. Украина башлығы әйтмешләй, Донбастағы хәлдәр ике ике илдең мөнәсәбәттерен тик насарайта ғына. Путин күршеләрҙең тәҡдименә ыңғай яуап бирҙе.
Луганскийҙа төҙөлөп ятҡан күпер ҙә, Рәсәйҙә тороп ҡалған тотҡондар ҙа күҙ уңынан ысҡынманы.