Иҡтисад белгесе Илдар Ғәбитов фекеренсә, дәүләт яғынан ғаиләгә һәр яҡлап ярҙам булған осраҡта, тыуым да артасаҡ, йәғни бала тыуғас, йыл ярым дауамында ғына ярҙам күрһәтеү етмәй. Бының өсөн тәү сиратта лайыҡлы эш урындары булдырыу кәрәк.
Республика Хөкүмәтендә беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен барлау ултырышында демография һәм тыуымды арттырыу мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелде. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин әйтеүенсә, ғаилә сәйәсәте ғәмәлдә алып барылырға тейеш.
Ултырышта Республика етәксеһе Радий Хәбиров тыуым кәмеүен, төрлө ауырыуҙарҙан үлеү һәм юл-транспорт фажиғәләре сәбәптәрен ентекле өйрәнергә ҡушты. Медицина фәндәре докторы Мәхмүзә Ғәйнуллина халыҡтың һаулығын яҡшыртыу буйынса программа булдырырға һәм профилактикаға иғтибарҙы арттырырға кәрәк, тип иҫәпләй.
“Демография” милли проектында тыуымды арттырыу һәм медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса саралар ҡаралған. Ғаиләләргә матди ярҙам арта, дауаханаларҙа яңы ҡорамалдар ҡуйыла.
Ысынлап та, беренсе бала өсөн дә әсәлек капиталы бирелһә, шәп булыр, был тыуымды арттырыу өсөн уңышлы алым буласаҡ.