Шоңҡар
+24 °С
Ясно
Новости
9 Августа 2019, 06:28

Электрон ҡултамға – мутлашыусылар ҡоралы

Электрон ҡултамға – мутлашыусылар ҡоралы

Электрон һанлы ҡултамға нигеҙендә күсемһеҙ милек килешеүҙәрен һаҡлау буйынса закон үҙ көсөнә инде. Документты Президент Владимир Путин раҫланы.
Электрон ҡултамға һанлы мөхиттә кешенең шәхес таныҡлығы булып иҫәпләнә. Ҡыҫҡаса ЭЦП тип тә йөрөтөлә. Уны махсус сертификатлау үҙәктәре тапшыра. Әммә ҡыҙғанысҡа һуңғы осорҙа электрон ҡултамға мутлашыусыларҙың ҡоралына әйләнә башланы.
Уның ярҙамында мөлкәткә ҡул һуҙыу осраҡтары йышайҙы. Законға индерелгән үҙгәрештәр нигеҙендә милеккә хоҡуҡты электрон формала үҙгәртеү өсөн Росреестрға алдан ғариза яҙырға кәрәк.
#ВладимирПутин
bash.news

Читайте нас