Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәгән Самат Аҙнабаев Һиндостанға осорға йыйына. Хәтерләһәгеҙ, бынан 7-8 йыл элек Саматтың бейеп төшкән видеояҙмаһы уны бар республикаға танытҡайны. Йәнә лә 2016 йылда ул Андрей Малаховтың "Пусть говорят" тапшырыуына барып ҡайтты, яҡташтары әйтеүенсә, егеттең таланты бар, ҡасандыр клуб мөдире булып эшләгән, алты бала тәрбиәләй.