Рәсәй әрмеһе – ысынлап та балалар баҡсаһымы, әллә иленә терәк булырҙай ир-егеттәр мәктәбеме? Киләһе хәлде ишеткәс, шундай һорауға бирелдем. Хәйер, һуңғы ваҡытта беренсе аңлатманы йышыраҡ ишетергә тура килә.
Уссурийск ҡалаһында бер ғәйепһеҙ башҡорт егетен төрмәгә ултыртҡандар. Уның ғәйепле булмауы хаҡында дәлилдәре лә булған, тик ниңәлер суд ғәҙелһеҙ ҡарарға килгән. Һорауҙар күп, Уссурийск ҡалаһы эргәлә ятҡан Сибай түгел, шулай ҙа бөгөн интернет заманы: Өфө журналистары һалдат һәм уның туғандары менән бәйләнешкә сыҡҡан.
Типһә тимер өҙөрҙәй егет әсәләренең вузға инергә өгөтләүенә ҡарамай, техникумды тамамлағас та военкоматҡа юллана. Уралға һалдат бутҡаһын Алыҫ Көнсығышта ашарға яҙған, егет уҙған йылдың май айында беҙҙән меңәр саҡырымдар аръяғында ятҡан Уссурийскиҙа ҡанатланып хеҙмәт итә башлай. Физик яҡтан көслө, сыныҡҡан егеткә әрмеләге һынауҙар сүп кеүек була. Тик хәрби хеҙмәт ахырында Уралға тыуған яҡҡа билет бирер урынға, судҡа саҡырыу килтерәләр.
Хәл 17 апрелдә була (егеттең апаһы һөйләүенсә): Дембелгә әҙерләнгән өс егет һаҡта торған һалдаттар янына тәмәке һорарға бара. Әңгәмә ваҡытында яңы часҡа килгән егеттәрҙең ауылға барып һыра эсеүҙәре асыҡлана. Уралдың дуҫы “молодой”ҙарҙың был ҡылығын оҡшатмай, рота башлығына һөйләргә булып китә. Теге егеттәр ҡурҡып, Уралдың дуҫына, беҙҙе “һатырға” кәрәкмәй тип, ике мең һум аҡса тәҡдим итә. Һуңынан асыҡланыуынса, шунда уҡ “молодой”ҙар ҡайтып үҙҙәре рота начальнигына, Урал исемле дембель беҙгә һуҡты, иптәштәре менән аҡса “һыҡты” тип һөйләй. Үҙҙәренең ҡырын эшен еңел генә дәлилләп тә ҡуялар: береһе икенсеһенең түшенә ҡаты ғына итеп бер-икене “ултырта”.
Әрме шаяртыуынан суд залына
Ябай ғына шаяртыуҙан килеп сыҡҡан эш ҙурға китә. Уралды иртәгәһенә сержант уята һәм часть етәкселегенә һөйләшеүгә саҡыра. Унда егеттәр хәтәр итеп ошаҡлап өлгөргән була, Уралдың, имеш, яңы хәрби хеҙмәткә алынған егеткә һуғыуы, уның иптәштәренең ике мең түгел, ә һигеҙ мең аҡса (был сумма бер төн эсендә өсләтә үҫкән, уныһын да “молодой”ҙар үҙҙәре тәҡдим иткән була) “һығыуҙары” хаҡында хәбәр итәләр һәм судҡа саҡырыу бирәләр.
Өс суд булған, был эшкә бер ҡыҫылышы булмаған Уралды "Кешегә ҡул күтәреү" статьяһы буйынса ике йылға Уссурийск төрмәһенә ябып та ҡуялар. Әлбиттә, әрме часына бындай проблемалар ниңә кәрәк булһын, егеттәрҙе көсләп, булмаған ғәйептәрен таныталар, ә Уралдың Аман ҡушаматлы дуҫын аҡса таптырыуҙа ғәйепләп, йыл ярымға холоҡ төҙәтеү колонияһына алып барып тығалар.
Постта торған егеттәр дәлилдәре тулыһынса ялған булһа ла үҙ һүҙендә ныҡ тора. Өс судта ла улар судьяға бер мәғлүмәтте еткерә. Әммә бер ваҡыт өсөнсө судтан һуң, үҙ-ара әңгәмәләшеп ултырғанда “молодой”ҙарҙың береһе асылып китеп барыһын да һөйләп биргән, йәғни ул башҡорт егетенең бер кемгә лә һуҡмауы, дембелдәрҙең аҡса таптырмауҙары хаҡында асыҡ итеп әйтә. Уны Урал телефонына яҙҙырып алған һәм туғандарына ебәргән. Яҙманы үҙем дә тыңлап ҡараным һәм 19 йәшлек ябай ауыл егетенең бындайға ҡулы бармауына ышандым.
Уралдың апаһы әйтеүенсә, был хәлдән алты көн алда ғына ҡустыһы бабаға ултырырға барған һәм ул кемгәлер һуғыр хәлдә лә булмаған. Егет үҙе саҡ атлап йөрөгән, сөнки был ваҡытҡа операциянан ҡалған йөйҙәр уңалып та бөтмәгән. Уралдың ғаиләһе ике тапҡыр адвокат яллаған, әммә барыбер һөҙөмтәһеҙ... Бик күп аҡса түгеп өлгөргәндәр, әлеге ваҡытта әсәһе Приморье крайына юлланған. Әсә кеше улының ғәйепһеҙлеген иҫбатларға теләй, эште аппеляцияға ебәргән.
Уралдың бар туғандары эште аҙағына алып барып еткермәксе һәм әлеге ваҡытта ярҙамға Өфөнән юристар эҙләйҙәр.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, әммә был осраҡта ғәҙелһеҙлек тиҙ арала юҡ ителһә ине тигән теләктәбеҙ... Мин дә башҡорт егетенең яҡын арала тыуған яғына ҡыуанып ҡайтып килеренә бик ышанам.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды, ярҙам итергә теләүселәр булһа, беҙҙең редакция менән бәйләнешкә сыҡһын ине)