Шоңҡар
+24 °С
Ясно
Новости
13 Августа 2019, 18:30

Батырҙар беҙҙең арала: Нефтекамала Ришат Нәбиев 3 кешене ут эсенән сығарған

Батырҙар беҙҙең арала! Нефтекамала Ришат Нәбиев 3 кешене ут эсенән сығарған. Асыҡланыуынса, был Ришаттың беренсе батырлығы түгел...

Был хәл Нефтекама ҡалаһының күп фатирлы йорттарының береһендә теркәлгән. Эштән ҡайтып килгән ир икенсе ҡаттан сыҡҡан төтөндө күреү менән ярҙамға ашыға. Тәүҙә фатирға тәҙрә аша үтеп инергә теләй, ләкин бикле булғас төтөн баҫҡан подъезд аша үтә.
Ришат Нәбиевтың ярҙамсыллығы һөҙөмтәһендә кеше ғүмере ҡотҡарыла. Ике кешене уттан сығарған ваҡытта янғын һүндереүселәр килеп етә. Улар менән бергә өсөнсөләрен дә алып сығалар. Ул 30 процент тән бешеү менән дауаханаға оҙатылған. Янғынға һүндерелмәгән тәмәке сәбәпсе булған. Ришат Нәбиев был аҙымын геройлыҡҡа тиңләмәй. Быға тиклем дә ул һыуҙа батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарған булған.
Башҡортостан етәксеһе Нефтекама егетенең ҡаһарманлығын социаль селтәрҙәрҙәге үҙ битендә лә яҙып сыҡты.
Читайте нас