Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул министрлыҡтан, атап әйткәндә, тәбиғи ташты рөхсәтһеҙ сығарыу осраҡтарын бөтөрөү йәһәтенән ныҡлап эшләүен көтә. Ул
8 августа Башҡортостандың Белорет районында лицензияһыҙ ҡатламлы таш сығарыу менән шөғөлләнгән Силәбе фирмаһы эшселәрен тотоуҙы миҫалға килтерҙе. Предприятие директоры элек урман ҡырҡҡан өсөн хөкөмгә тарттырылған булған.