Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
13 Августа 2019, 07:48

Юрист ил башлығына мотоциклда шлемһыҙ йөрөгәне өсөн штраф һалмаҡсы

Владивосток юрисы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ил башлығына штраф һалыуҙарын һорап хат яҙған.

Владивостоктан юрист Максим Чихунов ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ил башлығы Владимир Путинға мотоциклда шлемһыҙ йөрөгәне өсөн штраф һалыуҙарын үтенеп ғариза яҙған.


Максим был хәлде яңылыҡтарҙан күреп ҡала. Шунда уҡ интернетҡа инеп, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә интернет аша хат ебәрә. Максим Чихунов Президентты һәм уның юлдаштарын «Урал» мотоциклында шлемһыҙ йөрөгәне өсөн закон буйынса язалауҙарын һорай.


Мотоциклда шлемһыҙ йөрөүселәргә мең һум күләмендәге штраф һалына. Был хәл ил башлығының Ҡырымдағы эш сәфәре мәлендә булған, Владимир Путин «Төнгө бүреләр» мотоклубы ойошторған «Вавилон күләгәһе» тип аталған фестивалдә ҡатнашты.
Читайте нас