Шоңҡар
+24 °С
Ясно
Новости
14 Августа 2019, 12:02

«Шоңҡар» журналының беренсе мөхәррире Таңһылыу Ҡарамышеваның «Осорҙан осорҙарға» тип аталған йыйынтығы донъя күрҙе

Бер ҡайҙан да килмәгәнбеҙ, Бер ҡайҙа ла китмәгәнбеҙ. Ошо ерҙә яралғанбыҙ! Һаман барбыҙ - бөтмәгәнбеҙ. Йәннәт кеүек еребеҙҙе Тиккә төйәк итмәгәнбеҙ. Уны яҡлап, уны һаҡлап, Тиккә ҡандар түкмәгәнбеҙ. Таңһылыу Ҡарамышева.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә шағирә, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамышеваның «Осорҙан осорҙарға» тип аталған йыйынтығы донъя күрҙе. Өр-яңы шиғырҙарҙы туплаған китаптың тиражы 700 дана.


Йәлләдтәрҙән йәлләү һорап,

Шәфҡәт, аяу көтмәгәнбеҙ.

Үҙебеҙҙең ғүмер өсөн

Яуаплыҡты йөкмәгәнбеҙ.


Баҫҡынсыға ҡол булмаҫҡа

Теҙләнмәгән, сүкмәгәнбеҙ.

Данлағанбыҙ, батырҙарҙы

Яманлап һүҙ әйтмәгәнбеҙ.


Гулагтарҙа, барактарҙа

Тиккә михнәт сикмәгәнбеҙ.

Тоҡом тере, ҡәүем иҫән!

Ҡырылһаҡ та бөтмәгәнбеҙ.


Бөтмәгәнбеҙ көрәшеп беҙ,

Унан ситкә китмәгәнбеҙ.

Азатлыҡҡа хыянат юҡ!

Мораттарға етмәгәнбеҙ.


Таңһылыу Ҡарамышева.

Читайте нас