Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
14 Августа 2019, 06:45

Владимир Путин Макрон менән һөйләшәсәк

Владимир Путин Макрон менән һөйләшәсәк #ВладимирПутин

Путин Макрон менән ике яҡлы бәйләнеш һәм Украина тураһында һөйләшәсәк. Рәсәй Президенды Владимир Путин үҙенең Франциялағы сәфәрендә француз коллегаһы Эммануэл Макрон менән ике ил араһындағы бәйләнеш һәм Украиналағы хәл-ваҡиғалар һәм тағы ла алдағы эштәрҙең норманд форматында үтеүе тураһында әңгәмәләшәсәк. Был хаҡта президенттың пресс-секретаренә һылтанып РИА "Новости" хәбәр итә. Улар билдәләүенсә, ике ил башлығының осрашыуы 19 августа үтәсәк.

Песков әйтеүенсә, президенттар тағы ла халыҡ-ара проблемалар һәм Рәсәй-Франция бәйләнешенең экономик аспекттары хаҡында ла фекер алышасаҡ.

#ВладимирПутин

Читайте нас