Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
15 Августа 2019, 12:56

Артур Иҙелбаев Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы

Артур Иҙелбаев Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы

Йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, блогер Артур Иҙелбаев үҙ теләге менән Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында «Башинформ» агентлығына ошо мәғлүмәтте раҫланылар.
Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге эшләүен дауам итә. Ведомствоны кем етәкләйәсәге тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ. Иҙелбаев комментарийҙарҙан баш тартты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Артур Иҙелбаев был вазифаға 2019 йылдың февралендә тәғәйенләнде. Ул туристарҙы йәлеп итеү объекттары булдырыу, туристар өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, республикаға туристар йәлеп итеү буйынса эштә барлыҡ министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың көсөн берләштереү бурысын ҡуйғайны.
Читайте нас