Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
15 Августа 2019, 06:51

Башҡортостанда һәләтле балаларҙы асыҡлауға 200 миллион һум йүнәлтелә

Башҡортостанда һәләтле балаларҙы асыҡлауға 200 миллион һум йүнәлтелә #нацпроекты

Башҡортостандың мәғариф министрлығы Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеү үҙәгенә ҡорамалдар аласаҡ. Ошо маҡсатта 200 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Уның күп өлөшө федераль бюджеттан ҡаплана. Республикаға субсидия былтыр октябрҙә үткән конкурстағы еңеү һөҙөмтәһендә бирелә. Мәғариф үҙәге һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү маҡсатында эшләй. Унда сәнғәт, спорт, теүәл фәндәр һәм техник ижад өлкәһендә үҙен тапҡан мәктәп уҡыусылары һайлап алына.
Төбәк үҙәге Сочи ҡалаһында ил президенты башланғысында төҙөлгән «Сириус» Бөтә Рәсәй тибында эшләйәсәк. Башҡортостандың мәғариф министрлығы йыл дауамында 12 профилле смена үтәсәген хәбәр итә. Халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыу өсөн уҡыу-әҙерлек йыйындарын үткәреү ҙә ҡаралған.
bash.news.ru


Читайте нас