Еләк ҡартайып емеш бирмәй башламаһын өсөн, уның һарғайып сиргә һабышҡан япраҡтарын һәм мыйыҡтарын үҙ мәлендә киҫеп тороу талап ителә. Был процедуранан һуң бер ике-көн үткәс, баҡса еләген яҡшы ғына итеп ашлау кәрәк. Был осраҡта уға органик ашламалар килешәсәк. Әммә ашлар алдынан тупрағын дымландырып йомшартырға ла оноторға ярамай. Баҡсасылар, ғәҙәттә, ашлар алдынан еләк түтәленә марганцовкалы һыу һибә. Һуңыкан перегной һәм компост тип аталған махсус ашламаларҙы файҙаланырға була. Шулай уҡ үҙ аллы үлән төнәтмәһе әҙерләргә мөмкин. Әйтәйек кесерткән һәм башҡа ҡый үләндәрен һыуға һалып берәй аҙнаға әсетергә ултртырға һәм уны һыу менән ҡатыштырып (бергә ун иҫәбенә) үҫентенең тамырына ҡойорға. Баҡса еләге көл дә ярата. Бынһы ябай ысул . Уны самалап үҫенте төбөнә һибеп, өҫтөнә һыу ҡоойоу кәрәк. Ошондай ысулдарҙы файҙаланғас, ике аҙнанан һуң, еләкте фосфор һәм калий менән ашлау яҡшы.