Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
16 Августа 2019, 06:51

Республика кардиоүҙәгендә сираттағы скальпелһыҙ операция үтте

Республика кардиоүҙәгендә сираттағы скальпелһыҙ операция үтте #нацпроекты

Республика кардиоүҙәгендә йөрәкте дауалау буйынса сираттағы ҡатмарлы операция үтте. Табиптар пациенттың күкрәген ҡырҡмай махсус катетер ярҙамында йөрәк сирен дауалау өсөн дарыу үткәрҙе. Тәжрибәле белгестәр эшен башҡа район-ҡалаларҙан килгән белгестәр ҙа күҙәтте.
Гипертрофик кардиомиопатия тигән ҡатмарлы атамалы йөрәк ауырыуы һирәк осрай торған, йышыраҡ нәҫел буйынса күсәкән сирҙәрҙең береһе. Бындай диагноз пациенттың йөрәк мускулдарының үҙгәрештәре тураһында һөйләй. Сирҙе дауалау өсөн Рәсәйҙең дүрт кардиоклиникаһында ғына скальпельһыҙ операция үткәрелә. Башҡортостан был өлкәлә иң тәжрибәле төбәктәрҙең береһе. Операцияны үткәргән пациенттарҙың һаулығында ыңғай үҙгәрештәр бер нисә аҙнанан һуң күҙәтелә башлай. Мәҫәлән, дауаланғанға тиклем пациент тын алғанда ҡатмарлыҡтар кисерһә, аритмия барлығына, йыш ҡына йөрәк ауыртыуына зарланһа, эндоваскуляр йәки скальпельһыҙ операциянан һуң был күренештәр һирәк осрай.
Операция кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, пациенттың йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Әммә бындай дауалау әлегә балаларға ҡарата ҡулланылмай. Өлкән кешенең йөрәгенә эндоваскуляр дауалау ярҙам итмәйәсәк тигән ҡарар сығарылһа, табиптар скальпель ярҙамында консерватив операция үткәрә.
2030 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы — 80, ә милли проекттар буйынса 2024 йылға 78 йәшкә етергә тейеш. Ошо бойороҡҡа ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда был күрһәткескә өлгәшеү өсөн ғүмерҙәрҙе бөгөнгөгә ҡарағанда ҡырҡ тапҡырға күберәк һаҡларға кәрәк.

Читайте нас