Шоңҡар
+30 °С
Ясно
Новости
19 Августа 2019, 15:27

Саҡмағош районында ишле ғаиләләр өсөн әсәлек капиталын булдырғандар

Саҡмағош районында ишле ғаиләләр өсөн үҙҙәренең әсәлек капиталын булдырғандар

Саҡмағош районында «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһы эшселәр өсөн үҙенең әсәлек капиталын индергән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ауыл хужалығы предприятиеһы 500 мең һумға сертификат тапшыра. Ошондай саралар менән аграрийҙар демографик хәлде яҡшыртырға һәм йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға тырыша.
Программа элек тә ғәмәлдә булған, ләкин күпмелер ваҡытҡа түләүҙәр туҡтатылып торған. Быйыл күп балалы ата-әсәләр өсөн түләүҙе кире ҡайтарырға хәл иткәндәр. Ғаризалар күберәк булһа ла, әлегә дүрт ғаиләнең бюджеты ярты миллион һумға тулыланған.
Ғаиләләр аҡсаны үҙ ихтыяры буйынса тотона ала. Ләкин йылына 100 меңдән ашыу тотонорға ярамай.
«Балалы ғаиләләр ауылда ҡалмағанға күрә, демографик хәл яҡшырмай. Беҙҙең программа ауылда йәшәргә ярҙам итер тип ышанабыҙ», — ти «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһының баш бухгалтеры Айгөл Ғарифуллина.

Билдәләнеүенсә, хужалыҡта буш эш урындары бар. Ауыл халҡын да, ҡала белгестәрен дә көтәләр. Яңы эшселәр өсөн торлаҡ бар.

«Башинформ»дан.
Читайте нас