Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
19 Августа 2019, 06:55

Заманса технологиялар менән юлдар яңыра

Заманса технологиялар менән юлдар яңыра #нацпроекты

Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлының 19-сы саҡырымы Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Юл ҡатламын яңыртыуҙа заманса технологиялар ҡулланылған.
Юл ҡатламын яңыртыуҙан тыш хеҙмәткәрҙәр уның ситен, тирә-яғын төҙөкләндергән. Ауыл эсендәге транспорт туҡталыштарын да яңыртҡан. Быйыл республикала Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар милли проекты буйынса байтаҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
2019 йылда Өфө тирәләй 70, Стәрлетамаҡ эргәһендә 50 саҡырым юл заман талаптары буйынса төҙөкләндерелә. Милли проект сиктәрендә асфальт ҡатламын алмаштырыуҙан тыш юл билдәләре, яһалма барьерҙар, кәртәләр, йәйәүлеләр үткәүелдәре һәм светофорҙар урынлаштырыу ҙа ҡарала. Юлдар сифатлы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш ти хеҙмәткәрҙәр.

Читайте нас