Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
20 Августа 2019, 13:41

Башҡортостанда уҡыусылар мамонт һөйәге табып алған

Башҡортостанда уҡыусылар мамонт һөйәге табып алған

Салауат районында мәктәп уҡыусылары Әй йылғаһында һыу ингәндә мамонт һөйәге табып алған. Уның йәше – ун мең йыл тирәһе.


Был хаҡта «Янғантау» геопаркының биологы Полина Полежанкинаға билдәле була, ул «Тасс» агентлығына һөйләп бирә. Өс малай һыу ингәндә йылға аҫтындағы сәйер әйбергә юлыға. Таштыр тип уйлайҙар, көскә ярға һөрәп сығарғас, һөйәк икәнен аңлап ҡалалар. Был хәл ике ай тирәһе элек булған, табыш ишек алдында ята биргән.


Биолог әйтеүенсә, һөйәк яҡшы һаҡланған. Бынан ун мең йыл элек ошо төйәктә йәшәгән мамонт һөйәге, ауырылығы - 15 килограмм. Баҡтиһәң, мамонттарҙың һөйәктәре ер аҫтында ята һәм йылға ярҙарының емерелеүе арҡаһында өҫкә килеп сыға.


«Янғантау» геопаркында мамонт һөйәктәренең күргәҙмәһен асырға иҫәп тотабыҙ, уларҙы беҙгә килгән ҡунаҡтар, туристар күрә аласаҡ», - тип билдәләй геопарк биологы.

Башҡортостандың был районында носорог, боронғо бизон һәм башҡа хайуандарҙың ҡалдыҡтарын табырға була икән.
Читайте нас