Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
21 Августа 2019, 14:25

Өфө егете Артем Ғәзизов – Илон Маск конкурсы еңеүсеһе

Өфө студенты – Илон Маск конкурсы еңеүсеһе

Ул курсташтары менән киләсәк поездының капсулаһын төҙөгән, ҡорамалдың тиҙлеге сәғәтенә 463 саҡрымға етә. Был яңы донъя рекорды
«Гиперлуп» – әлегә проект, киләсәктә транспорт төрө. Был өлкәлә Илон Масктың ҡаҙаныштары байтаҡ ҡына, ул вакуум трубка эсендә йәшен тиҙлеге менән осҡан боингтарҙы, аэробустарҙы уйлап тапҡан. Технологик вуз студенттары араһында "Гиперлуп Под Компетишн" тигән конкурс иғлан иткән. Быйылғы еңеүселәр араһында 21 йәшлек Өфө студенты Артем Ғәзизов та бар. Артем – Мюнхен техник университеты студенты. Ул командаһы менән йыл буйына Гиперлуптың электрон схемаһын булдырған.
Артем әйтеүенсә, киләсәктә кешеләр Гиперлуп ярҙамында тиҙ генә кәрәкле урынға барып етә аласаҡ. Мәҫәлән, Өфөнән Мәскәүгә, самолет тиҙлеге менән, тик әллә нисә теркәү үтергә кәрәкмәй. Бигерәк ябай ғына, ултыраһың да китәһең. Артемды сит илдә ҙур киләсәк көтә, әммә ул Рәсәйҙә, тыуған яғында йәшәргә теләй, Башҡортостандың үҫеше менән ҡыҙыҡһына, хатта егеттең командаһы республикабыҙ өсөн Гиперлуп төҙөргә әҙер.

Читайте нас