Быны һораулама күрһәткән. Германия граждандары Рәсәй башлығы Владимир Путинға нығыраҡ ышана, уның хеҙмәттәше Дональд Трампҡа ҡарағанда. YouGov институты махсус тикшереү үткәргән. Бик ҡыҙыҡ.
Шулай итеп, Владимир Путинға 27 процент тауыштар иҫәбе йыйылған, ә Трампҡа ни бары алты процент. Шул уҡ ваҡытта тауыш биреүселәрҙең 37 проценты икеһенә лә бер тигеҙ тип яуап биргән.
Һуңғы ваҡытта Вашингтон менән Берлиндың мөнәсәббәттәре ҡатмарлана бара. АҠШ президенты Германияның оборона өсөн түләп етмәүе хаҡында ураған һайын һөйләй – Германияның дөйөм ВВП-һынан бер процент ҡына алына. Шул уҡ ваҡытта башҡа НАТО илдәре 2 процентын түләй. Трамп бына шуның өсөн борсола икән. Ә Германия оборона өсөн киткән сығымдарҙы тиҙ ваҡытта арттырырға уйламай әле...