Шоңҡар
+31 °С
Ясно
Новости
22 Августа 2019, 10:16

Ҡаҙағстанда 29 йәшлек әсә ике ай эсендә ике бала тапҡан

Ҡаҙағстанда 29 йәшлек әсә ике ай эсендә ике бала тапҡан

Был хаҡта Ҡаҙағстандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Уральск ҡалаһында була был хәл. Тәүҙә 29 йәшлек ҡатын 25 аҙналыҡ ҡыҙ табып ала, унан ике ай ҙа ун алты көндән малайы донъяға килә. Был, әлбиттә, мөғжизә, баҡтиһәң, ҡатындың ике аналығы булған.
Табиптар әйтеүенсә, бындай хәлдәр бик һирәк була, икенсе баланың тере ҡала алмауы бар. Бындай осраҡта бәпесләү илле миллионға бер тапҡыр ғына уңышлы үтә. Ҡыҙ баланың ауырлығы ни бары 850 грамм ғына, табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡала алған. Әсә менән малай үҙҙәрен яҡшы тоя.
Быйылғы йылдың май айында Польшала беренсегә алты игеҙәк тыуҙы: ике малай һәм дүрт ҡыҙ, уларҙың тән ауырлыҡтары ни бары 800-1200 грамм ғына.
Читайте нас