Башҡортостанда «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә ауыр тән йәрәхәттәре алған балалар өсөн реабилитация үҙәктәре эшләй башлаясаҡ. Улар республиканың 11 медицина ойошмаһы нигеҙендә асыласаҡ — Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Бөрөлә, Мәсәғүттә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Салауатта һәм Октябрьскийҙа.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, реабилитацион ҡорамалдар республикаға килтерелә башлаған. Комплекс күнекмәләр залын хәтерләтә, унда балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Ҡоролмалар операциянан һуң һөйәктәрҙе яҙырға, дөрөҫ хәрәкәткә килтерергә, ҡан әйләнешен яҡшыртырға ярҙам итәсәк.