Шоңҡар
+26 °С
Ясно
Новости
23 Августа 2019, 06:57

Милли проекттар — Баш ҡалала юлдар ремонтлана

Милли проекттар — Баш ҡалала юлдар ремонтлана #нацпроект

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә быйыл баш ҡаланың урам-юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 48 км тәшкил иткән 29 участканы ремонтлау ҡаралған. 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән программаға ярашлы, юлдарҙы тәртипкә килтереп, фото һәм видео теркәү ҡоролмаларының һанын арттырыу маҡсаты ҡуйылған.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә юлдарҙы төҙөкләндереүсе эшселәр махсус ҡоролма ярҙамында иҫке асфальт ҡатламын таҙарта. Был күләмле ремонттың мотлаҡ шарттарының береһе. Юлға һалынған асфальт-бетон ҡатнашмаһы суперпэйв технологияһы буйынса яһалған. Был иһә юл ҡатламы республикаға хас һауа шарттарында оҙаҡ йылдар боҙолмай хеҙмәт итәсәк тигәнде аңлата. Асфальттың 6 cантиметрын тигеҙләүсе ҡырсынташ тәшкил итә, өҫкө 5 сантиметры юл ҡатламының сифаты өсөн яуап биргән төп ҡатнашма.
Тик Өфөлә генә быйыл 29 юл участкаһы йүнәтеләсәк, юл-транспорт фажиғәһе йыш теркәлгән 20 урын бөтөрөләсәк. Алдағы биш йыл эсендә баш ҡала юлдарының 86 проценты тәртипкә килтерелер тип күҙаллана.

Читайте нас