Шоңҡар
+27 °С
Ясно
Новости
23 Августа 2019, 07:55

Йәшәүҙәрҙән булмаҫ туйып!

Аҡ ҡайындар төрөнгәндәр Аҡ томанға. Йылынырға теләгәндәй Көҙгө таңда. Йылы йәйҙән көҙгә күсеү Еңел түгел... Үләндәр ҙә илай кеүек, Йәшен түгеп. Алда, тиеп, күпме һалҡын Көндәр булыр... Япраҡтар ҙа ҡойолорҙар, Йәндәр туңыр...

Аҡ ҡайындар төрөнгәндәр

Аҡ томанға.

Йылынырға теләгәндәй

Көҙгө таңда.


Йылы йәйҙән көҙгә күсеү

Еңел түгел...

Үләндәр ҙә илай кеүек,

Йәшен түгеп.


Алда, тиеп, күпме һалҡын

Көндәр булыр...

Япраҡтар ҙа ҡойолорҙар,

Йәндәр туңыр...


Иламағыҙ, үләндәрем!

Ҡайындарым!

Яҙҙар килер, ҡыуып ҡыштың

Һалҡындарын!


Кинәнербеҙ йылы яҙҙың

Рәхәтенә!

Эй, хоҙайым, йәшәү өсөн

Рәхмәт һиңә!


... Ҡайсағында илашһаҡ та

Йәштәр ҡойоп,

Был донъяла йәшәүҙәрҙән

Булмаҫ туйып!


Сәкинә Тотманова
Читайте нас